Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2019, 15:06

Дүрт көнлөк эш аҙнаһы... Мосолмандарҙың теләге тормошҡа ашырмы?

Дүрт көнлөк эш аҙнаһы... Мосолмандарҙың теләге тормошҡа ашырмы? Ярай, беҙ өс көн ял итергә риза, ти, ә эш хаҡы нисек буласаҡ? 20 процентҡа кәмемәҫме?

Төрлө кимәлдә дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү хаҡында хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйыра. Фекер белешеү, мәҫәлән, күпселектең эш аҙнаһын дүрт көнгә ҡалдырыу яҡлы икән, ҡаршылар 32 процент. Был һүҙҙәргә Хөкүмәт тә ҡушылып китте, хатта Д. Медведев үҙе, хеҙмәтсәндәр күберәк ял итер ине, тигән теләк белдерҙе. Хатта Яңы Зеландия, Австралия, Швеция һымаҡ илдәрҙә заманса предприятиелар һәм ойошмалар дүрт көн эшләй, өс көн ял итә икән.
Ярай, беҙ өс көн ял итергә риза, ти, ә эш хаҡы нисек буласаҡ? 20 процентҡа кәмемәҫме? Хөкүмәт яғынан, кәмемәй, тиҙәр. Бына шул шикләндерә. Сөнки өҫтә: “Хаҡтар артмай, эш хаҡы кәмемәй”, – тип, вәғәҙә бирһәләр, һәр ваҡыт тап киреһе була торған. Ҡәҙимгесә эшләп йөрөгәндән яңы шарттарға күсеү технологияны үҫтереүҙе талап итәлер ул? Ә беҙҙә роботтар хаҡында яңы һөйләй башланылар. Рәсәйҙә, мәҫәлән, 10 000 эшсегә өс робот тура килә, ә Көньяҡ Кореяла – 631 тимер “кеше” эшләй. Рәсәй эшсеһе сәғәт һайын 26 долларлыҡ хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәтә. Иң алдынғы иҫәпләнмәгән Ирландияла 100 долларлыҡ тауар етештерелә.
Табиптар, уҡытыусылар, йыйыштырыусылар ике-өс кеше өсөн тир түгә. Юғиһә, эш хаҡы түбән буласаҡ.
Ә бына мосолмандар хуплар ине! Сөнки ҡайһы бер мосолман илдәрендә йома – изге көн, бөтәһе лә ял итә, мәсеткә бара, йома намаҙына баҫа, Аллаға ҡәҙерле эштәр менән шөғөлләнә. Рәсәйҙә 20 миллион самаһы мосолман иҫәпләнә, улар, моғайын, ҡыуаныр ине.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: