Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2019, 10:49

Батҡаҡ

Бала сағым минең менән йәшәй...

Бала сағым минең менән йәшәй...
Бала саҡ... Йлдар шаршауы артында ҡалмай икән ул, ғүмер буйы һиңә эйәреп йөрөй. Юҡ-юҡта күңел төбөндә уның сыңлатып көлгәне, күҙ йәштәренә быуылып буҫыҡҡан саҡтары ишетелеп ҡала, йомшаҡ ҡулы менән сәстәреңә ҡағылғандай була... Минең менән йәшәй әле бала сағым. Сәстәремә йылдар бәҫе ҡунһа ла, ҡайһы саҡта уның ыңғайына әйләнә-тирәгә бер ҡатлы күҙ менән бағам, һәр нәмәнән сер эҙләйем, донъя әкиәт иле булып тойола...
Ана, ап-аҡ ҡарҙан ялан-аяҡ йүгерә ул ете йәшлек малай. Атаһы ҡапыл сирләп киткәс, дауаханаға алып барыр өсөн конюхтан ат һорарға тип, ҡатаһын да кеймәй сығып сапты. Юҡ, аяғы өшөмәй уның, кескәй йөрәген ҡуҙ өтөп бара: тиҙерәк атайҙы ҡотҡарырға кәрәк!.. Бәндәләрҙең битарафлығынан өмөтө һүнеп, өйөнә ҡайтҡас, атаһының һуңғы тапҡыр күҙҙәрен асып: “Бәхил булығыҙ!” тигәнен генә ишетәсәк ул. Иртәгәһен атаһын ат санаһына һалып, мәңге әйләнеп ҡайтмай торған тарафҡа алып киткәс, донъяла йәшәү менән йәнәш үлем барлығын аңлап, күҙҙәре моңһоуланасаҡ...
Бала саҡ!.. Хәтер йомғағым ниңәлер йәнде өткән, күңелде тетрәткән мәлдән һүтелә башланы. Күҙҙәрен моңһоулыҡ баҫҡан ул малайҙың һауа яңғыратып көлгән, Еҙем буйлап һалда аҡҡанда тәбиғәт гүзәллегенән хискә бирелеп, ҡысҡырып йырлаған, дуҫ-иштәре менән төндәрен йондоҙҙар һанаған саҡтары ла әҙ булманы. Хәйер, тормош үҙе лә, беҙҙең яҡта әйткәнсә, “әүһәләй” кеүек – бер менәһең, бер төшәһең. Бәлки, шул “ҡалҡыу” һәм “батыу”ҙар аша кеше тормош тәмен, ҡәҙерен нығыраҡ төшөнәлер.
Батыу тигәндән, бала саҡта уҡ батыу ғазабын да татырға тура килде. “Ғазабын” тип күпертеп ебәрҙем, ул саҡта тормош йоҙороғоноң ҡаты ла, йомшаҡ та булыуын айырырлыҡ аң кермәгәндер, уҡырға ла төшмәгән инем. Ағайым менән ауыл уртаһындағы Әсе тип аталған бәләкәй генә күлгә ҡаҙ ҡанатынан карап ебәреп уйнайбыҙ. Бер мәл, ҡапыл аяҡ тайып, күлгә “суп” итеп ҡалдым. Һыу йотоп, аңымды юғалтҡанмын. Бәхеткә ҡаршы, өҫтөмдәге кейемгә һауа тулып, күл төбөнә ебәрмәгән. Шунда үтеп барған ике ағай күреп, ҡотҡарғандар мине.
Икенсе “батыу” ғүмерлек һабаҡ булып, нығыраҡ хәтеремдә ҡалған. Малайҙар менән бәрәңге баҡсаһы артында ятҡан Атау тигән урманлыҡҡа йомортҡа бешереп ашарға йөрөй торғайныҡ. Аслыҡтан түгел, мәрәкә өсөн. Һәр кем һарай башынан ике-өс йомортҡа ала ла китәбеҙ. Бер мәл ямғырлы көндәрҙән һуң аяҙайтып ебәрҙе. Ғәҙәттәгесә, биш-алты малай “төйәгебеҙ”гә юлландыҡ. Бәрәңге баҡсаһына еткәс, туҡтап ҡалдыҡ: буйҙан-буйға күләүек хасил булған. Әлбиттә, икенсе яҡтан урап сығырға ла мөмкин. Мин ни, исемем Салауат булғас, батырлыҡ күрһәтәм, йәнәһе, тураға – күләүеккә төш тә кит. Өс-дүрт аҙым атланыммы, юҡмы – артабан барып булмай ҙа ҡуя. Аяғымды батҡаҡ упты, һурып алырлыҡ түгел. Торам нимә эшләргә белмәй. Оҙон таяҡ табып, малайҙар тартып сығарҙы, аяғымдағы итек һурылып ҡалды. Ғәрлегемдән илай-илай ҡайтып киттем...
Тормош юлында ла һаҙлыҡтар әйләнгән һайын осрап тора, уларҙы урап үтә белергә лә кәрәк. Мин-минлеккә барып, “батҡаҡҡа” төшөп китһәң, итегең генә түгел, бәхетең, хатта ғүмерең “убылып” ҡалырға мөмкин...
Читайте нас: