Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Август 2019, 10:34

Ауыр итектәр

Әбүзәрҙең хәтер һандығы

Ауыр итектәр
Икенсе класта уҡып йөрөйөм. Дәүләт элек мәктәп йәшендәге етем балаларға ярҙам итеп, кейем-һалым бирә торғайны.
Бер көн дәрестән ҡайтып килгәндә, почтальон ағай осрап:
– Беҙҙән итек барып ал. Хөкүмәт бабайың ебәргән, – тине.
Итек һүҙен ишеткәс, ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Әһә, мин әйтәм, яңы итек менән малайҙарҙың күҙен ҡыҙҙырам икән былай булғас. Өйгә ҡайтып тороу юҡ, бер иптәшем менән киттек почтальонға. Ағай мине күреү менән өр-яңы итектәр сығарып тотторҙо. Уларҙы әйләндереп-тулғандырып, машина тәгәрмәсендәгеләй һырҙарына һоҡланып, ҡайтып киләбеҙ. Иптәшем, уфтанғандай итеп, әйтеп ҡуйҙы:
– Атайым булмаһа, миңә лә бирерҙәр ине...
Шул саҡта уға ла итек бирмәүҙәренә ниңәлер үҙемде ғәйепле һымаҡ тойҙом. Күңелдәге шатлыҡ ҡапыл юҡҡа сыҡты. Өйгә ҡайтып еткәнсә ҡулымдағы итектәр ауырайғандан-ауырая бара ине...
Читайте нас: