Яңы йыл байрамы алды ине. Ул саҡта уҡырға төшмәгәйнем әле. Күрше малайҙарға уйнарға тип китеп барам. Ҡапҡаларына еткәйнем, ҡар өҫтөндә ялтлап ятҡан бер нәмәне шәйләнем. Открытка икән. Алып ҡараһам, эй, матурлығы! Аттар менән сабып килгән Ҡыш бабай һүрәте күҙҙең яуын алып тора. Күрәһең, почтальон ҡыҫтырып киткән дә ел төшөргән.
Ошо тиклем матур һүрәтте бер кемгә лә бирге килмәй. Ҡатырға ҡағыҙҙы тиҙ генә ҡуйыныма ҡыҫтырып, ҡайтып киттем. Өйгә ингәс, уны берәүгә лә күрһәтмәй, үҙем генә белгән урынға йәшереп ҡуйҙым. Йөрөйөм-йөрөйөм дә шым ғына ҡарап алам, артына сыймаҡланған яҙыуҙарҙы уҡый алмайым, әлбиттә.
Матурлыҡҡа ла күҙ өйрәнә икән, тиҙ бүктем. Открытка ла онотолдо...
Юҡ, онотолманы шул! Әле лә Яңы йыл еткән һайын ошо ваҡиға келт итеп иҫкә килеп төшә лә күңел төбөндә нимәлер әсетеп ҡуя. Берәүҙәрҙең байрам шатлығын урлаған ҡараҡ кеүек хис итәм үҙемде...