Республика етәксеһе Радий Хәбиров күптән түгел ҡалаларҙың береһендә теркәлгән бик фәһемле, хатта ғибрәтле ваҡиғаның шаһиты булған.
– Мин һәр ваҡыт бизнесҡа эҙмә-эҙлекле ярҙам итеү яҡлы, уның үҫеше республикаға ыңғай йоғонто яһай. Ләкин Бөрөлә булған ваҡиға бөтөнләй икенсе. Бында йәшәүселәр бына бер нисә ай инде Ағиҙел йылғаһы аша пантон күперен файҙаланған өсөн хаҡтарҙың ҡиммәтлегенә зарлана. 140 һум күптәр өсөн ҡиммәт, – тип яҙа Радий Хәбиров.
Тикшергәндән һуң, шул асыҡлана: район хакимиәтенең элекке етәкселәре күперҙе бик ылыҡтырғыс хаҡҡа коммерсанттарға файҙаланыуға тапшырған. Шулай итеп, район балансындағы күпер түләүлегә әйләнә.
Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, шундай һорау тыуа, күперҙе арендаға алған фирманың ни өсөн райондаң элекке башлыҡтарының береһенә туранан-тура мөнәсәбәте бар?
– Беҙ килешеүҙе юҡҡа сығарҙыҡ, ләкин эшмәкәрҙәр үҙҙәрен шул тиклем ышаныслы тота, күперҙән китеүҙән баш тарталар һәм үткән-һүткәндән аҡса йыйып маташалар. Тейешле кешеләр бының менән шөғөлләнә, тәртип урынлаштырыласаҡ, – тип яҙа Радий Хәбиров. – Артабан яҡшы ниәтле инвесторҙарҙы власҡа яҡынайып алған әрәмтамаҡтарҙан айырырға өйрәнергә кәрәк.
Һеҙҙә бындай осраҡтарҙың булғаны юҡмы?