Социологтар Рәсәй халҡының ныҡлығына аптырай һәм быға лайыҡлы аңлатма таба алмай. Ғәжәпләнмәҫлек тә түгел, 2019 йылдың башына илдә 20,6 мең йөҙ һәм унан артығыраҡ йәште үткән ҡарт-ҡоро теркәлгән. Был яңы Рәсәй тарихында өр-яңы рекорд. Шул уҡ ваҡытта, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 17 процентҡа күберәк. Тағы ла шуныһы, йөҙйәшәрҙәр һаны һигеҙ йыл рәттән үҫә һәм ошо осорҙа өс тапҡыр артҡан.
Социологтар был күренешкә аңлатма бирә алмай. Ә Хөкүмәт вәкилдәре иҫәптең яҡшырыуына һылтана. Ошо аҙнала, мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән Хөкүмәт улытырышында РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова илдә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73,7 йылға тиклем артты, ҡатын-ҡыҙҙар араһында был һан 78,5 процентҡа етте, тип белдергәйне.
Һәр кеше оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә теләй. Был осраҡ Рәсәй Пенсия фондын ҡыуандыралыр, тип көтөргә ярамай. Сөнки һәр кеше оҙағыраҡ йәшәгән һайын, пенсияны күберәк ала. Һис ҡаршылығыбыҙ юҡ, әйҙәгеҙ, ауырлыҡтарға үс итеп, хәләл пенсиябыҙҙы күберәк һәм оҙағыраҡ алайыҡ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе ҡыуандырайыҡ!