Ошо аҙнала Франция президенты Макрон менән АҠШ президенты Трамп Рәсәй Президенты Путинды донъяның иң көслө 8 дәүләте, йәғни, G8 иҫәбендә күрергә теләүҙәре хаҡында бер-бер артлы белдерҙе. Асыҡлыҡ өсөн шуны әйтәбеҙ, 2014 йылғы ваҡиғаларға тиклем Рәсәй G8-ҙең тулы хоҡуҡлы ағзаһы ине. 2014 йылдың яҙында Ҡырым республикаһы референдум һөҙөмтәһендә үҙ ихтыяры менән Рәсәйгә әйләнеп ҡайтты. Ә G8 ағзалары йәйен Сочиҙа сираттағы саммитҡа йыйылырға тейеш ине, улар Рәсәйгә килеүҙән баш тартты.
Хәҙер Рәсәйҙе, уның башлығы Владимир Путинды G8 иҫәбендә яңынан күрергә теләйҙәр. Айырыуса, был йәһәттән Дональд Трамп көс һала һәм Владимир Путин G8-гә яңынан ҡайтарыуҙарын һорап мөрәжәғәт итергә тейеш, ти. Быға ғәжәпләнәһе түгел, АҠШ-та киләһе йылға президент һайлауҙары, ә Трамп яңынан һайланырға теләй. Ә Америкала Дональд Трампты Рәсәй һәм Путин менән уртаҡ тел таба белмәүҙә ғәйепләүселәр байтаҡ.
Владимир Путинмы һуң инде ниндәйҙер “Һигеҙ” иҫәбенә һорап барырға
теләүсе дәүләт башлығы. Был хаҡта Рәсәй башлығы: “Беҙ хеҙмәттәшлек итергә
теләгән һәр дәүләт менән һөйләшеүҙәр алып барырға риза”, – тип белдерҙе. Әлегә
Рәсәйҙе ер шарының иң көслө илдәрен туплаған “Егерме” лә тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.