Рәсәйгә тропик сирҙәрҙең таралыуы ҡурҡынысы янай. Улар Мысыр һәм көньяҡ-көнсығыш Азиянан төньяҡҡа табан аҡрынлап күсенә. Сит яҡ серәкәйҙәренең Денге, Чикунгунья, Зика, Һары биҙгәк вирустары таратыуы ихтимал.
Ҡара диңгеҙ буйында ошондай вирус йоҡтороусыларҙың тәүге һигеҙе теркәлгән дә инде. Был ҡурҡыныс беҙгә генә түгел, ғөмүмән, барлыҡ донъяға янай һәм ер шарының йылыныуы менән бәйле. Әгәр ғалимдар серәкәйҙәргә ҡаршы көрәштең отошло юлдарын уйлап таба алмаһа, уларҙың 2050 йылдарға Швецияға килеп етеүҙәре бик ихтимал. Рәсәйҙә хәҙер улар көньяҡта теркәлгән һәм Үҙәк төбәктәргә ҡарай күсә.
Серәкәйҙәргә ҡаршы көрәшеп буламы? Әлбиттә, мөмкин. Әлегә белгестәр серәкәй үрсеү өсөн булған шарттарҙы юҡ итергә тәҡдим яһай. Мәҫәлән, сүп-сарҙы йыйыштырырға, үләндәрҙе сабырға, һыу йыйылған урындарҙы таҙартырға.