Яңлышмаһам, өсөнсө класта уҡып йөрөй инем, буғай. Инәйем миңә магазиндан ап-аҡ футболка алып ҡайтты. Ҡыуанысымдан ни эшләргә белмәйем. Шул саҡ инәйедең һыуға барырға йыйынғанын күреп, биҙрәләрен эләктереп алдым:
– Иней, үҙем барам һыуға, – тим.
– Ярай, бар һуң, – тине ул йылмайып.
Киттем. Өҫтөмдә ап-аҡ футболка. Тегеләй-былай ҡарайым, берәйһе күреп ҡалһа ярар ине!.. Их, үс иткәндәй, йылға буйында берәү ҙә юҡ. Биҙрәләрҙе мөлдөрәмә тултырып, ҡайтыу яғына йүнәлдем. Башҡа ваҡытта яртышар биҙрә генә һыу ташығас, әллә ни ауыр түгел ине, был юлы тулы биҙрәләр иңде баҫа – сайҡалып-сайҡалып китәм хатта. Һәм... Ҡайтып етер саҡта ғына ҡапыл нимәгәлер эләгеп, йығылып киттем. Күп тапалыуҙан саңға әйләнеп ятҡан юл, биҙрәләге һыу түгелеүҙән, күҙ асып-йомған арала батҡаҡҡа әйләнде. Өҫтөмдәге ап-аҡ футболкам да бысыраҡҡа буялды. Әле генә күңелемде нурлаған шатлыҡ шәме “былҡ” итеп кенә ҡалды. Башты эйеп, танауҙы мыш-мыш тартып, буш биҙрәләр менән ҡайтып индем...
Хәҙер шатлыҡ ҡошо наҙлы ҡанаттарын елпһә, бик илереп китмәҫкә өйрәндем инде. Йығылып ҡуйыуҙан ҡурҡам...