Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Август 2019, 12:10

Англия бөгөн Франция менән ботинкаһын өҫтәлгә һалып һөйләшә. Иртәгә аяғын һөртөрмө икән?

Борис Джонсон осрашыуҙың иң хәл иткес мәлендә өҫтәлгә ботинкаһын һалған.


Нәзәкәтле, мәҙәниәтле Францияның иң изге һәм тарихи урындарының береһе – Елисей һарайында дәүләт башлығы Эммануэль Макрон Англияның яңы ғына һайланған премьер-министры Борис Джонсонды ҡабул итте. Нимә хаҡында һөйләшкәндәрҙер, ни хаҡында килешкәндәрҙер, мөһим түгел, сөнки Борис Джонсон осрашыуҙың иң хәл иткес мәлендә өҫтәлгә ботинкаһын һалған.
Франция менән Англия әүәл-әүәлдән көндәштәр, ваҡыты менән – дошмандар, кәрәк булһа, яҡшы мөнәсәбәтле күршеләр. Ләкин Англия премьер-министрының был ҡылығын күпселек “тупаҫлыҡ”, “тәрбиәһеҙлек”, “шаҡ ҡатырлыҡ” тип баһалаған.
Бөгөн быны Францияла һәм Англияла осраҡлы хәл, бер-береңә ышаныс билдәһе, тип баһаларға теләүселәр ҙә табылған. Шулай ҙа, быға аңлатма табыуы ҡыйын. Мәҫәлән, бындай хәлде Рәсәйҙә күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Ярай, ботинкаһын өҫтәлгә һалғас, үҙен иҙәнгә һалып, аяғын һөртөп китмәгәс, яраған тип тынысланырға ғына ҡала.
Ә шундай Европа һеҙгә оҡшаймы?
Читайте нас: