Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Август 2019, 11:12

Ҡаф тауҙарында оҙаҡ йәшәйҙәр шул. Паспортын алыштырған һәм пенсияға сыҡҡан.

Паспортын алыштырған һәм пенсияға сыҡҡан.


Ҡаф тау республикаларының береһендә 1989 йылда тыуған бер түрә яңы паспортын 34 йәшкә өлкәнәйтеп алған һәм йыл ярым элек пенсияға сыҡҡан. Шул арала йүнсел түрә эш хаҡы ла, пенсия ла алырға өлгөргән. Күптәр был хаҡта белгән, тик тейешле урынына еткереүҙе кәрәк тип тапмаған.
Тикшереү һөҙөмтәһендә шулар асыҡлана, йылғыр түрә паспорт алғандан һуң 1985-1996 йылдарҙа урындағы колхозда эшләнем, тип ялған хеҙмәт кенәгәһе тултырта һәм пенсияға сыға. Шул арала чиновник 155 мең һум пенсия алып өлгөрә.
Был осраҡ буйынса әлле тәфтиш эше бара.
Читайте нас: