Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Август 2019, 13:19

ЗАМАНСА БӘЙЛӘНЕШТӘР

ЗАМАНСА БӘЙЛӘНЕШТӘР. ТӨПКӨЛ АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ.

ЗАМАНСА БӘЙЛӘНЕШТӘР. ТӨПКӨЛ АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ.
Кеҫә телефоны менән хәҙер берәүҙе лә аптыратмаҫһың. Кешеләрҙе бер-береһенә бәйләп, алыҫлаштырған һымаҡ та үҙе. Бына бер ауылда социаль селтәрҙә төркөм асып, һәр мәшәҡәтте кеҫә телефоны аша ғына хәл итеп яталар. Һеҙгә нисек, белмәйем, миңә оҡшаны.
* * *
“Ҡаҙым юғалды 5 сепей менән, һеҙҙең яҡта күренмәйме?”
“Ана йөрөйҙәр, әле генә ҡыуып сығарҙым”.
“Фотоһын ебәр әле, минекеме икән?”
“Шул, шул!.. Минекеләр. Беҙҙең яҡҡа ыңғайлат әле”.
* * *
“Иртәгә Баймаҡҡа барам. Бер урын кәрәк ине”.
“Етенән ҡуҙғалам. Тағы берәйһен тап әле”.
“Хаҡы күпме?”
“200 тәңкә”.
“Мин – риза”.
* * *
“Кисә бер автомобиль номеры таптым. Кемегеҙҙеке?”
“Башлыҡ юғалтҡан тип һөйләнеләр”.
“Ярай, үҙе юғалмағас, яҡшы инде”.
* * *
“Прадается сруп 5х6, сына дагаварная. Абращатса Хамиту по номиру...”.
“Хәмит апа, бынау нәмәңде башҡортса ғына яҙып булмаймы?”
“Һин нимә мине өйрәтәһең ҡустым. Мин йәшәгәнде йәшә әле”.
“Апа шуға әйтәм бит. Башҡортса аңлар инек”.
“Мин бит урыҫтар уҡыһын тип урыҫса яҙам”.
* * *
“Арҡырытау ышығында көртмәле күп ине. Ҡайһығыҙ һыпырып китте ул?”
“Беҙ йыйҙыҡ. Шунан?”
“Ярай әләйһәң, иҫән-һау ашарға яҙһын”.
Читайте нас: