Ағиҙел
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Август 2019, 09:57

Осрашыуҙар

БЕҘ ЕВРОПА СОВЕТЫНА ЫНТЫЛМАЙБЫҘ. РӘСӘЙ ЕВРОПАНАН БАШҠА ЛА ЙӘШӘЙ АЛА.

БЕҘ ЕВРОПА СОВЕТЫНА ЫНТЫЛМАЙБЫҘ. РӘСӘЙ ЕВРОПАНАН БАШҠА ЛА ЙӘШӘЙ АЛА.
Рәсәй Президенты В. Путиндың Финляндияға рәсми эш сәфәре тағы ла яңғырауыҡлы матбуғат конференцияһы менән тамамланды. Рәсәй башлығы һорауҙарға, һәр ваҡыттағыса, асыҡтан-асыҡ теүәл яуаптар бирҙе.
Рәсәйҙең Европа Советына инеү мәсьәләһен хәбәрселәр урап үтмәне.
– Беҙ унда ынтылмайбыҙ. Әгәр унда беҙҙе күрергә теләмәйҙәр икән, беҙ унан башҡа ла йәшәй алабыҙ, – тип яуап бирҙе Рәсәй дәүләте башлығы. – Ә был осраҡта Лиссабондан Владивостокҡа тиклем Берҙәм Европаны нисек төҙөргә? Беҙгә бер-беребеҙгә үҙ илдәребеҙҙә барған ваҡиғаларға ғәҙел баһа биреп өйрәнергә кәрәк. Шул осраҡта үҙ-ара ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнербеҙ.
Европа илдәрендә, ниһайәт, донъя кимәлендәге мөһим мәсьәләләрҙе Рәсәйҙән башҡа хәл итеп булмаҫына төшөнә башланылар. Бында, әлбиттә, ярты Европаның Рәсәй газы һәм нефте иҫәбенә йәшәүен дә оноторға ярамай. Ҡыш яҡыная, уның, былтырғынан айырмалы, һыуыҡ булыуы ла ихтимал.
2014 йылғы ваҡиғаларҙан һуң Рәсәй дәүләте 8 иң көслө илдәр төркөмөнән төшөп ҡалғайны. Хәҙер Рәсәйҙе яңынан ултырыштарға саҡырыу хаҡында тәҡдимдәр ишетелә. Мәҫәлән, Франция президенты Макрон менән АҠШ президенты Трамп ошо хаҡта ыңғай фекерҙәрен әйтеп өлгөрҙө инде.
Р. ҒӘЛИМОВ.