ГЕРБЫНА КАЛАШНИКОВ АВТОМАТЫ ТӨШӨРӨЛГӘН ДӘҮЛӘТ РӘСӘЙҘӘРҘЕ БАЙЫРҒА САҠЫРА.
Эш асырға, байырға теләйһеңме – Мозамбикҡа юллан.
Ишеткәнһегеҙҙер, Мозамбиктың хәҙерге президенты Филипе Ньюси Рәсәйгә килде һәм В. Путиндың ҡабул иткәнен сабыр ғына көтөп йөрөй. Көтмәй сараһы юҡ, ике президенттың осрашыуы Рәсәй менән Мозамбик өсөн яҡты киләсәккә юл асыуы бик ихтимал.
Африканың көньяғында урынлашҡан был дәүләт нефткә һәм газға ифрат бай, тик был байлыҡты нисек сығарырға һәм ташырға?
Калашников автоматы, ҡараңғы, кеше үткеһеҙ джунгли һәм саваналар, баштан-аяҡ ҡоралланған юлбаҫарҙар һәм, әлбиттә, арыҫландар күҙ алдына килдеме? Әгәр юғарыла һаналғандар һеҙҙе йоҡонан яҙҙырмаһа, һеҙ Моамбикта үҙ эшегеҙҙе асырға дәғүә итә алаһығыҙ. Әлбиттә, тере ҡалһағыҙ. Мәҫәлән, Европа халҡы үҙенең ғүмерен аяулы иҫәпләй һәм гербына автомат төшөрөлгән паспортты күреү менән ҡасып китә.
Ә энергетик көрсөк эргәлә генә: ундағы нефтте һәм газды кемдер сығарырға, ташырға тейеш. Мозамбикта беҙҙең нефтселәрҙе, газ сығарыусыларҙы ғына түгел, әрһеҙ технологияларҙы, инвестицияларҙы, УАЗ, ГАЗ, КАМАЗ автомобилдәрен көтәләр.
10 йыл элек кенә Мозамбиктың джунглизарҙан һәм дәһшәтле гербынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ ине. Хәҙер был дәүләт менән дуҫлашырға һәм шым ғына һауырға теләүселәр сират тора.
Ә ни өсөн улар Рәсәйгә ынтыла? Бөгөн беҙ СССР-ҙан ҡалған халыҡтар дуҫлығы емештәрен тирәбеҙ. 70 – 80-се йылдарҙа Советтар Союзында уҡыған, хәҙер карьера яһаған кадрҙар власта ныҡлы урын биләй һәм улар Рәсәй менән эшләргә теләй.
Ләкин нефть һәм газ өсөн көрәш, күпселек осраҡта, ҡан ҡойошһоҙ үтмәй. Өҫтәүенә, конфеция-ара ҡырылыштар йыш булып тора.
90-сы йылдарҙа беҙ быны үттек, көрәштәрҙә Рәсәй халҡы сыныҡҡан. Мозамбик беҙҙе байлыҡ бүлешеүҙә күрергә теләй. Шулай булғас, ниңә тәүәккәлләп ҡарамаҫҡа.