Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Август 2019, 12:34

Батырлыҡ

РӘСӘЙҘӘ ГЕРОЙ ИСЕМЕ АЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ. АЭРОПОРТ ЭРГӘҺЕНДӘ РӨХСӘТ ИТЕЛМӘГӘН СҮП-САР ПОЛИГОНЫ АСЫУ ҘА ЕТӘ.

РӘСӘЙҘӘ ГЕРОЙ ИСЕМЕ АЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ. АЭРОПОРТ ЭРГӘҺЕНДӘ РӨХСӘТ ИТЕЛМӘГӘН СҮП-САР ПОЛИГОНЫ АСЫУ ҘА ЕТӘ.
Дөйөм халыҡ фронтының тынғыһыҙ ағзалары “Өфө” аэропортының осоу-ултырыу һыҙатынан 700 метрҙа ғына коммуналь ҡалдыҡтар һәм сүп-сар полигоны тапҡан. Бик уңайлы урын, төрлө ҡоштар сүплекте төйәк итә ала, һыуларға булһа, һыҙат аша Ағиҙелгә осорға мөмкин. Осор юлыңда самолет осорап, моторына барып кермәһәң, әлбиттә...
Ана бит, Жуковский аэропортынан осҡан аэробус аҡсарлаҡтарҙы харап иткән бит. Ярай әле летчиктары батыр булып сыҡты, кешеләрҙе ҡотҡарып ҡалдылар. Осор юлдарында кукуруз сәселгән баҫыу йәтеш тура килеүен әйт.
Өфөләге сүп-сарҙы тиҙ арала таҙартып та алғандар. Дөрөҫ эшләгәндәр, юғиһә һәр самолетҡа кукуруз баҫыуын ҡайҙан еткерәһең. Аллаһ үҙе генә һаҡлаһын инде!
Читайте нас: