“Ағиҙел” журналы редакцияһына танылған яҙыусы Ринат Камал килеп, ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә урыҫ телендә уның “Башкирское войско” тигән романы сығып килә икән. Был роман иң тәүҙә “Ағиҙел” журналында донъя күрҙе.
Ринат Камал – 30-ҙан ашыу роман авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Әйткәндәй, яҙыусы ошо көндәрҙә тыуған яғы Мәсетле районында уҡыусылар менән осрашыуға йыйына.