Һеҙ юғарыла танышҡан Хөкүмәт ултырышында Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова үҙе идара иткән тармаҡтың уңышлы эшләүен раҫлап, тос ҡына дәлилдәр килтерергә тырышты. Ысынлап та, ғәжәпләнерлек, көрсөк ҡамасаулай, санкциялар йонсота, йәшәү шарттары насарлана, эш хаҡы, пенсиялар түбән, тип зарланған рәсәйҙәр йылдан-йыл оҙағыраҡ йәшәй.
2019 йылдың тәүге ярты йыллығында Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73,7 йылға еткән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, 0,7 йылға күберәк. Һоҡланырлыҡ хәл, һәр ваҡыттағыса, ҡатын-ҡыҙ өлгө күрһәтә. Хәҙер беҙҙең гүзәл заттар уртаса 78,5 йыл йәшәй.
Был һандарға, беҙгә ҡалһа, аңлатманы социологтар бирергә тейеш һымаҡ, сөнки беҙ тормошҡа зарланып өйрәнгәнбеҙ һәм ыңғай яҡтарҙы күрмәҫкә тырышабыҙ. Беҙ хәҙер бөтөнләй икенсе Рәсәйҙә йәшәйбеҙ. Беҙ үҙебеҙ үҙгәрҙек, күңел төшөнкөлөгө беҙҙең өсөн хас түгел, халыҡ эшләргә, йәшәргә, балалар тәрбиәләргә, хәҙерге ҡатмарлы шарттарға яраҡлашырға тырыша.
Пенсионерҙар менән дә шул уҡ хәл. Юҡҡамы ни, беҙҙең хәҙерге Хөкүмәт, халыҡ рәсми түләнгән эш хаҡына, пенсияларға ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәй, балаларына фатирҙар, автомобилдәр һатып алып бирә, тип шик белдерә һәм халыҡтың килемдәрен түгел, сығымдарын контролгә алырға ынтыла.