Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Август 2019, 12:37

Һөҙөмтәләр

31 июлдә Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре хаҡында һүҙ барҙы.

Эш хаҡы үҫә, һатып алыу һәләте арта
31 июлдә Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре хаҡында һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
–Дөйөм алғанда, йыл яҡшы ғына бара. Ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса, күҙаллауҙарға ҡарағанда, алға китеш тә бар, – тине Радий Фәрит улы. – Сәнәғәтебеҙ яҡшы темптар менән үҫә. Ауыл хужалығында һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр 100 процентҡа өлгәштек. Төҙөлөш секторы үҙенең эшен һиҙелерлек яҡшыртты. Беҙ бында бөтә күрһәткестәр буйынса ла алдабыҙ. Торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу 13,4 процентҡаса артты. Сауҙа тармағында ла хәлдәр яҡшырҙы – үҫеш 3,2 процент. Был күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе урында, Рәсәйҙең тәүге ун төбәге исемлегендә. Был уңыштың нигеҙен мин хеҙмәтсәндәрҙең хеҙмәт хаҡының һәм һатып алыу мөмкинлегенең артыуы һөҙөмтәһе итеп күрәм. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: беҙҙә эшһеҙҙәр һаны кәмей һәм хеҙмәт баҙары тотороҡло була бара.
Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Тажитдинов үҙ сығышында ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса республикала сәнәғәт тармағы 4,4 процентҡа артыуын билдәләне. Тәүге кварталда уҡ төбәк иҡтисадына 40,2 миллиард һум аҡса һалынған, был үткән йылдарҙағы күрһәткестәргә ҡарағанда 4,3 процентҡа юғарыраҡ. Был уңышҡа “Инвестиция сәғәттәре” һиҙелерлек өлөшөн индерә. Йыл башынан алып уларҙа 132 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил иткән 71 инвестиция проекты ҡаралып, 13 мең кешегә эш урындары булдырыу күҙ уңында тотола. 1 ғинуарҙан алып республика бюджетына һалымдан һәм һалымдан тыш 87 миллиард һум аҡса тупланды. Бер тапҡыр түләүҙәрҙе иҫәпкә алмағанда килем 7,6 миллиард һумға (9,6 процент) артты. Был күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында өсөнсө урында.
БР Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова тыуымдың артыуын, үлемдең кәмеүен “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә хәл итеү мөмкинлеге хаҡында әйтеп үтте.
Республикала медицина учреждениелары төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Өфөлә һуңғы йылдарҙа иң ҙуры һаналған Республика кардиология үҙәгенә яңы хирургик корпус төҙөлә башланы. Йыл аҙағына тиклем ике эре поликлиника, 25 фельдшер-акушер пунктары файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ Туймазы, Дүртөйлө ҡалаларында поликлиникалар, Языковала дауалау корпусы төҙөү юғары темпта бара. Быйыл Стәрлетамаҡта һөт фабрика-кухняһы эшләй башланы, йыл аҙағына тиклем бындай объекттар Октябрьский, Сибай, Нефтекама, Белорет ҡалаларында барлыҡҡа киләсәк.
Ленара Иванова шулай уҡ эшһеҙҙәрҙең һаны 4,9 проценттан 4,5 процентҡаса кәмеүен, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы 8,8 процентҡа артыуын билдәләне.
БР Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов төҙөлөш буйынса яңы инвестиция проекттары хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Йыл башынан алып барлығы 709, 9 миллиард һумлыҡ 172 инвестиция проекттары ҡаралған, уларҙы тормошҡа ашырыу 30 мең яңы эш урындары барлыҡҡа килтерергә мөмкинлек бирәсәк. Республика торлаҡ йорттарҙан тыш социаль объектттар ҙа төҙөлә. Йыл аҙағынаса тағы ла 62 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Торлаҡ-коммуналь тармағының тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса БР Премьер-министр вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев сығыш яһаны.
–Беҙҙең республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары буйынса иң түбән тарифтар: ҡала халҡына 70-шәр, ауыл халҡына 35-әр һум, – тине Радий Хәбиров. – Республика үҙенең ҡаҙнаһының 80 проценттан ашыу өлөшөн социаль өлкәгә йүнәлтә, ә өҫтәмә килем килтерә торған иҡтисадтың реаль секторына ни бары 0,3 процент ҡына өлөш тура килә. Билдәле, хәл итә торған мәсьәләләребеҙ байтаҡ һәм беҙ етди социаль “янғын”дарҙы “һүндәрәбеҙ”: юлдар ремонтлайбыҙ, ихаталарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, иҫкергән автобустарҙы яңыларына алмаштырабыҙ, урамдағы мәктәп бәҙрәфтәрен емереп, йылы биналарға индерәбеҙ. Халыҡ беҙҙән ошо проблемалрҙың хәл итеүебеҙҙе көтә. Шул уҡ ваҡытта беҙгә шуны ла аңлау мөһим: 0,3 процент – ул республиканың үҫеш стратегияһы түгел.
Төбәк етәксеһе БР Хөкүмәтенә урындарҙа кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең теләк-тәҡдимдәрен өйрәнергә, күп функциялы үҙәктәре эше яҡшырыуын билдәләп, уларҙың хеҙмәтен медицина анализдары биреүгә тиклем киңәйтергә ҡушты. Шулай уҡ мәктәптәрҙе, иң тәүге сиратта ауыл мәктәптәрен стоматологик кабинеттар, теш табиптары, кәрәкле материалдар менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
–2019 йылдың тәүге ярты йыллығы һөҙөмтәләрен насар түгел тип иҫәпләйек, – тип һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров. – Уның ҡарауы, беҙ ҡайһы тарафҡа үҫергә, нимәне төҙәтергә кәрәклеген хәҙер яҡшы беләбеҙ. Эш темпын түбән төшөрмәйек.
Халис Сәғәҙиев.
Читайте нас: