Роспотребнадзорҙың республика идаралығы үҙ методикаһына таянып, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан ағыуланыу күрһәткестәрен иғлан итте. Былтыр республикала ғинуар-июль айҙарында 100 мең кешегә 24 кеше ағыуланған. Быйыл ошо уҡ осорҙа 19 кешенең ағыуланыуы теркәлгән. Иғтибар итегеҙ, ыңғай яҡҡа үҙгәреш бар. Тимәк, ялған араҡыға ҡаршы көрәш үҙ һөҙөмтәләрен бирә тип ҡыуанайыҡ.
Үкенескә ҡаршы, республиканың 17 ҡала һәм роайонында эскелек кимәле йәғни ағыуланыу осраҡтары 3-4 тапҡыр юғарыраҡ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Сибай, Туймазы, Күмертау, Октябрьский ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Туймазы, Тәтешле, Ауырғазы, Бәләбәй, Баймаҡ, Өфө, Ҡалтасы, Стәрлебаш райондарында ялған араҡынан ағыуланыу осраҡтары күпләп теркәлгән. Күрәһегеҙме, күпселек етеш, бай, иҡтисади йәһәттән ныҡлы ҡала һәм райондарҙа суррогат спиртлы эсемлектәр ҡулланыу киң тарала. Ә беҙ эскелек эшһеҙлектең юлдашы тип раҫлаған булабыҙ. Әгәр эш хаҡы түләмәһәң, араҡыны ҡайҙан һатып алырға?