Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Август 2019, 16:26

Белгес

ЯЛҒАН ДИПЛОМ МЕНӘН УҢЫШҠА ӨЛГӘШЕҮ ЮЛЫ БАР ИКӘН... Тик ҡырын эшен ҡырҡ йылдан һуң да беленә!

ЯЛҒАН ДИПЛОМ МЕНӘН УҢЫШҠА ӨЛГӘШЕҮ ЮЛЫ БАР ИКӘН... Тик ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә!
90-сы йылдарҙа Рәсим Хәсәнов Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына эшкә төшә. Егетте яңы эш урынында ҡуш ҡуллап ҡаршы алғандарҙыр. Карьера яһау мөмкинлеге асылғас, ауыл хужалығы институтының механизация факультетын тамамлауы хаҡында дипломын сығарып һалғандыр. Күндәм егет түрә-ҡараның күҙенә салынғандыр. Рәсимде артабан үҫтереү мөмкинлеге тыуғас, Өфө юридик институтын тамамлай, диплом өҫтөнә диплом күңелде йылыта. Уға фатир бирәләр. Бәлки, Өфө янында өй ҙә төҙөгәндер. Тырыш автоинспектрҙың эш хаҡы етеш йәшәргә мөмкинлек бирә. Юғары эш хаҡы, республика автоинспекцияһындағы бүлектәрҙең береһендә начальник вазифаһы, подполковник дәрәжәһе – бәхет өсөн тағы нимә кәрәк инде!?
Ләкин, хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәсим Хәсәновтың мутлығы асыла. Ҡыҫҡаһы, коллегаларының береһе тишә – Рәсим ауыл хужалығы институтын тамамламаған икән. Дөрөҫөрәге, уҡып ҡараған, ләкин имтихандарын бирә алмаған өсөн уҡыуҙан ҡыуылған.
Енәйәт эше асыла, хәҙер суд бара. Хәсәнов үҙенең ғәйебен танымай. Бәлки, суд уға хатаһын танырға ярҙам итер.
Читайте нас: