Республика етәксеһе Мәғарифты үҫтереү институтының эше менән ҡәнәғәт түгел. Ҡасан бында тәртип булыр икән?
Август кәңәшмәһендә иң ныҡ тәнҡит һүҙҙәре Мәғарифты үҫтереү институтының эшенә ҡарата әйтелде. Радий Хәбиров мәғариф министры вазифаһын башҡарыусыға төбәп: “Айбулат Вәкил улы, бөтә халыҡ алдында һорарға теләйем, беҙ ҡасан да булһа Мәғарифты үҫтереү институтында тәртип урынлаштыра алырбыҙмы икән? Ул ҡасан уҡытыусыларға ярҙам итеү сараһына әйләнер? Әллә низағтар бер-бер артлы дауам итерме? Бында нөктә ҡуйырға һәм институттың артабанғы эшмәкәрлегенә аныҡ маҡсаттар билдәләргә кәрәк”, – тине.
Әлеге ваҡытта институтҡа элекке мағариф министры Гөлназ Шафиҡова етәкселек итә. Киң йәмәғәтселек былтыр педогогия фәндәре докторының белем кимәлен, ябай итеп әйткәндә, грамоталылығын шик аҫтына ҡуйғас, уны Мәғарифты үҫтереү институтына күсергәйнеләр. Үкенескә ҡаршы, яңы етәксе элекке коллектив менән тәүге көндәрҙән үк уртаҡ тел таба алманы. Һөҙөмтәле эш урынына үҙ ара ялыуҙар, мөнәсәбәт асыҡлауҙар, низағтар килде.
Институттың ятағы эргәһендә барлыҡҡа килгән йәмһеҙ бәхәстәр ил кимәленә сыҡты.
Ниһайәт, бында тәртип урынлашыр тигән өмөт бар. Тик был эште республика етәксеһен мәшәҡәтләмәй генә хәл итеп булманымы икән?!