"Ағиҙел" журналынан ҡунаҡтар өҙөлмәй. "Аҙғын тәүбәһе" романы менән донъя кимәлендә танылыу яулаған яҙыусы Флүр Ғәлимов килеп төштө. Уның менән редакция бүлмәһендә генә һөйләшеп күңел бушамай ҡалғас, урамға уҡ сығып киттек. Театр һөйөүселәр яҡшы белә, Флүр Ғәлимов - талантлы драматург та. Бөгөн редакция коллективында уның өр-яңы "Прометей. Олиптың ҡолауы" тигән трагедияһы тураһында фекер алыштыҡ. Уңыштар юлдаш булһын, Флүр!