Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Август 2019, 11:11

Теннис

В. Путин бөгөн Д. Медведевты ҡотлаясаҡ. Беләһегеҙме, ни өсөн?

В. Путин бөгөн Д. Медведевты ҡотлаясаҡ. Беләһегеҙме, ни өсөн?
Бөгәсә Д. Медведев Рәсәйҙең данын ишәйтеп, ҙур еңеүгә өлгәште, әлегә был хаҡта Рәсәҙә күптәр белмәй. Еңеүсе ифрат арыған һәм, үҙе әйткәнсә, мөмкинлек бирһәләр, берәй тәүлек ял итеп алыр ине.
Әллә ял булырмы икән? Сөнки бөгөн уға еңеү менән ҡотлап, Рәсәй Президенты В. Путин шылтыратырға тейеш. Һәр хәлдә, беҙ шулай уйлайбыҙ.
Бындай еңеүҙәр һирәк була, был осраҡта беренсе тапҡыр. Рәсәй спортсыһы Даниил Медведев АҠШ-тың Цинциннати ҡалаһында теннис турнирында бельгиялы Давид Гоффенды тар-мар итте һәи лайыҡлы еңеүгә иреште. Даниил августа өс финалға барып етте һәм һуңғыһында ғына еңеүгә өлгәште.
Шулай булғас, беҙ Д. Медведев В. Путиндың ҡотлауына лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Ф. ИЛЬЯСОВА.
Читайте нас: