Бүлешергәме, әллә пенсионерҙарға өләшергәме? Ә эш хаҡын арттырыуға нисек ҡарайһығыҙ?
Рәсәйҙә беҙ көткән, ләкин һирәк була торған иҡтисади хәл төҫмөрләнә. Телевизорҙан күргәнһегеҙҙер, олпат-олпат ир-егеттәр, текә ҡатын-ҡыҙҙар нимә өсөндөр дәғүәләшә. Хәйер, дәғүәләшмәй, бүлешәләр. Нимә бүлешәләр? Нимә булһын, аҡса инде!
Беләһегеҙҙер, уларҙың һәр береһенең айлыҡ эш хаҡы миллион һум самаһы тәшкил итә. Ҡайһылары, дөрөҫ булһа, йылына миллиард һумға тиклем эш хаҡы ала. Алһындар, дәүләт, хөкүмәт мәшәҡәттәре менән көнө-төнө яналар бит. Тик улар, үкенескә ҡаршы, ябай халыҡ та ай һайын миллион булмаһа ла 400 – 500 мең һум эш хаҡы, пособие, пенсия ала һәм аҡсаларын ҡайҙа һалырға белмәй йонсой тип уйлай.
Юҡ шул, бөгөн Рәсәйҙә 20 миллионлап, гәзитсә әйтһәк, аҙ тәьмин ителгәндәр, үҙебеҙсә әйтһәк, фәҡирҙәр иҫәпләнә. Хөкүмәттең шул фәҡирҙәрҙе бәхетле итеү мөмкинлеге бар, сөнки ҡаҙнала аҡса барлыҡҡа килде.
Дәүләттең нефть һәм газ һатыуҙан артып ҡалған аҡсаны туплаған Милли етеш тормош фонды бар. Ул аҡса эске тулайым продукттың 7 процентын алып тора. Әгәр ошо кимәлдән артһа, дәүләт ихтыяждарында файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, Газпром шыйыҡландырған тәбиғм газ етештереүсе предприятиелар ойошторорға теләй, Росгеология етәкселәре нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләүгә һалмаҡсы, Внешэкономбанк – ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә, Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары В. Мутко төҙөлөш тармағын үҫтереүгә йүнәлтмәксе.
Ҡыҫҡаһы, бүлешергәме, әллә йолҡҡоларғамы? Осон-осҡа саҡ ялғап, аслы-туҡлы йәшәгән 20 миллионды, шуның һөҙөмтәһендә Хөкүмәттең былай ҙа түбән рейтингын уйлаған кеше юҡ.
Ярай, беҙ түҙемле халыҡ, нисек тә йәшәрбеҙ. Берәй заман беҙҙе лә иҫкә төшөрөрҙәр әле... Мәҫәлән, Дәүләт думаһына йәки сираттағы Президент һайлауҙары еткәс...