Ҡалала республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән булды. Етәксенең социаль селтәрҙәге яҙмаларына ҡарағанда, тәьҫораттар һис тә ҡыуанырлыҡ түгел. Өфөгә иң яҡын урынлашҡан бәләкәй генә ҡала, ә проблемалары, хәл итәһе мәсьәләләре ҙур ҡалаларға торошло. Баговещенда юлдар емерек, майҙансыҡтарҙа – тәртипһеҙлек, электр, һыу, газ менән дә проблемалар.