Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылдың тәүге яртыһында 719 мең бала тыуған. Был һан, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 63,1 меңгә кәм теркәлгән. Ҡыҫҡаһы, Ишембай, йә Күмертау ҙурлығы бер ҡала иҫәптән төшөп ҡалған.
Шулай уҡ, ағымдағы йылдың алты айында 918 кеше үлгән. Былтыр, мәҫәлән, 946 мең кеше үлһә, быйыл – 3,1 процентҡа кәмерәк теркәлгән.
Социологтар билдәләүенсә, тыуымдың кәмеүенә йәштәрҙең ғаилә ҡороуҙы аҙаҡҡа ҡалдырыуҙары, никахтан баш тартыуҙары, һынамаҡҡа йәшәп ҡарауҙары һәм башҡа сәбәптәр ҡамасаулай. Быйыл, мәҫәлән, күпселек ҡатын-ҡыҙ тәүге балаһын – 26 йәштә, икенсеһен 30 йәштә тапҡан.