Был осраҡта мәшһүр сатирик Марсель Сәлимов менән ризалашмай булмай. Уға Росстаттың быйыл, былтырғы осор менән сағыштырғанда, мәрхүм булыусыларҙың кәмеүе хаҡында мәғлүмәтенә аңлатма биреүен һорап, мөрәжәғәт иттек.
– Бөтә донъяла һыналған бер генә аңлатма бар, бурыслылар түгел, сирлеләр (ғәфү итегеҙ) вафат була, – тип яуап бирҙе Марсель Шәйнур улы. – Кешене бурыс йәшәтә, сирләмәҫкә, йығылмаҫҡа, тырышып эшләргә мәжбүр итә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бурыслы кешене тегендә ожмахҡа ла, тамуҡҡа ла ҡабул итмәйҙәр. Ишеткәнегеҙ барҙыр, мәрхүмде һуңғы юлға оҙатҡанда, бурысы бармы, бурысын кем түләй, тип һорайҙар.
– Әгәр түләүсе табылмаһа?
– Әллә тағы, түләмәгән кеше юҡтыр ул. Һәр хәлдә, тегенән бурысын түләй алмаған, тип, берәүҙе лә ҡайтарғандары юҡ. Тимәк, түләтәләрҙер. Һәр хәлдә, о-о-о, беҙҙең банктар… Ерҙә түгел, тамуғыңа барып кереп, һуңғы кейемеңде һалдырып алып, кәфенлегеңде әйтәм, тиненә тиклем, бурысыңды ҡайтартасаҡ.
– Ә был яҡшымы, әллә насармы?
– Банктар өсөн яҡшылыр, ә бурыслы өсөн – мәшәҡәтлелер. Минең белеүемсә, кредит алыусыларҙың 60 проценты бурысын түләй, 38 проценты бурысын ауырлыҡ менән хеҙмәтләндерә…
– Ә ҡалған ике проценты?..
– Уларҙың иҫән-һау булыуына иҫәп тоторға ғына ҡала.
– Рәхмәт, Марсель Шәйнур улы, һеҙ беҙҙе өмөтләндерҙегеҙ.