Алда яҙыуыбыҙса, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында былтыр ғына унлап кеше үҙенә ҡул һалды. Эш ауыр, яуаплылыҡ көслө, күптәр күтәрә алмай һәм эштән китергә мәжбүр. Өҫтәмә эшләүҙәр, туҡтауһыҙ ҡағыҙ тултырыу, етәкселәр баҫымын сағыштырмаса юғары эш хаҡы ла ҡаплай алмай. Һәр хеҙмәткәргә психолог беркетеп тә булмай.
Эмилдең һәләк булыуын полициялағы эш шарттарынан эҙләргә тәҡдим итеүселәр бар. Мәрхүм, инстаграмдағы кадрҙарҙан тыш, башҡа яҙыу ҡалдырмаған.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм түҙемлек теләйбеҙ.
P.S. Уҡыусыларыбыҙҙың “лайк” билдәһе ҡуйыуын мәрхүмдең яҡындарының
ҡайғыһын уртаҡлашыу сифатында ҡабул итәбеҙ.