Үкенесле, Хөкүмәт үҙенең тоғро граждандары менән был триллиондарҙы бүлешергә теләмәй, мең сәбәбен табасаҡ: аҙыҡ-түлеккә, тауарҙарға хаҡтар артасаҡ, инфляция һикерәсәк, һатып алырға тауар етмәйәсәк һәм башҡалар, һ.б.
2019 йылдың ете айында килем 11,469 триллион булһа, сығым өлөшө 9,441 триллионға еткән. Аҡса түбәндәгесә бүленгән: социаль сәйәсәт – 2,884 триллион һум, дәүләт оборонаһы – 1,614 трлн. һум һәм дәүләт именлеге һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге – 1,026 трлн. һум.