Хәҙерге Рәсәйҙә автомобилдәр паркы нисек ҡоролған һуң? Йәмғеһе 60500000 транспорт сараһы теркәлгән. Шуларҙың 20,9 миллионы – 15 йылдан, ун миллионы ун йылдан иҫкерәк иҫәпләнә.
Әгәр ун йылдан артығыраҡ файҙаланылған автомобилдең иҫке булыуын иҫәпкә алһаҡ, иң кәмендә һәр икенсе “тимер ат” менән мәңгелеккә бәхилләшергә тура киләсәк.
Ә халыҡ бындай тетрәнеүҙәргә әҙерме һуң? Бында әхлаҡи генә түгел, аҡсалата юғалтыуҙар ҙа байтаҡ төҫмөрләнә бит. Әйтәйек, пенсия реформаһы, хаҡтарҙың артыуы, яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе һымаҡ саралар, йәнәһе, халыҡ мәнфәғәтендә тормошҡа ашырылды бит.
Бәхеттең тулылығы өсөн Рәсәй халҡына “автомобиль реформаһы” ғына
етмәгәйне. Халыҡҡа тегендә-бында йөрөү өсөн алмашҡа иң кәмендә 30 миллион
самаһы автомобиль һатып алырға тура киләсәк. Автопром, автосалондар,
автосервистар һәм башҡалар байыясаҡ, тимер-томор ҡабул итеүселәр, металл
һыныҡтарын эретеү заводтары сәскә атасаҡ. Беҙгә шул ғына етмәгәйне. Ярай,
күнмәй, бер сарабыҙ ҙа юҡ. Кәрәк икән, кәрәк, яңы автомобиль һатып алайыҡ.