12 августа кисен телевизорҙы асһам, дуҫымдың концертын яңынан күрһәтеп яталар. Эҫе көндө сарсап килеп, һыуһынын ҡандырған юлсылай тын да алмай ҡараным. Рәхмәт һиңә, моңдаш дуҫым! Үҙең дә, йырҙаш дуҫтарың да күңелемде иретте. Концерт бөткәс, рәхмәт әйтәйем, тип шылтыратһам, Сәғиҙулла хәҙер Сәғиҙулла түгел, ололап-ололоҡлап Сәғиҙулла хажи икән. Эйе, тәүәккәл дуҫыбыҙ Сәғүд Ғәрәбстанында (собханалла машалла!) хаж ғәмәлен тормошҡа ашырып йөрөй.
Афарин, дуҫыбыҙ! Киләсәгең дә шулай изге һәм миһырбанлы юлда үтһен. Шуны
бел, һин мәҙәниәтебеҙҙең күренекле вәкиле, беҙ ғорурланған шәхес, таянысыбыҙ,
хәҙер ябай сәхнә оҫтаһы ғына түгел, Сәғиҙулла хажиҙың үҙе! Имен-аман йөрөп