Фирмала ҡатынды йәш, көстәре ташып торған егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡаршы ала. Ҡыуана-ҡыуана сәй эсерәләр, хатта коньяк та тамыҙалар. Йәштәргә ҡатындың паспорты һәм урындағы пропискаға хужа булыуы бигерәк тә оҡшай. Эшлекле генә һөйләшеүҙән һуң ҡатын бер нисә ышаныс ҡағыҙына ҡул ҡуя һәм өмөтлө генә компанияның “хужаһына” әйләнә. Һөҙөмтәлә, бер нисә көн эсендә банктан 32 миллион доллар кредит алыуға өлгәшә.
Фирма гөрләтеп эшләй, ҡатын күренгеләп китә, ә ул бурысҡа аҡса алған банк имен-аман бөлә һәм юҡҡа сыға. Ә банктың бурыстары, клиенттары менән, икенсе бурыс ҡайтарыусы компанияға тапшырыла. Бөлдөрөү процедураларынан һуң ҡатын үҙенең 1,8 млрд. һум бурысы барлығын, хатта эште имен-аман, еренә еткереп башҡарғандары өсөн суд приставтарына 127 миллион һум ҡайтарырға тейеш икәнлеген асыҡлай. Йәмғеһе – ике миллиард һумға яҡын.
Урам һепереүсенең эш хаҡы 15 мең һум, бөгөн ҡатын эш хаҡының ҡап яртыһын, 7500 һумын түләй. Әгәр шулай уңышлы ғына урам һеперһә, ул үҙенең бурысын 260 мең самаһы йылдан һуң түләп бөтәсәк.
Ошо ваҡиғаға аңлатма биреүен һорап, беҙ Рәсәйҙә иң билдәле урам һепереүсе, “Һәнәк” һәм “Ағиҙел” журналдарының штаттан тыш эксперты Юнир Салауатовҡа мөрәжәғәт иттек.
– Ғәжәпләнергә урын юҡ, – тине ул, мыйығын һыпыра-һыпыра, – урам һепереүселәр бөгөн иң тотороҡло эш хаҡы алған һөнәр вәкилдәре. Бына мин, мәҫәлән, бер нисә урында урам һеперәм, ләкин күпме эш хаҡы алғанымды әйтеп тормайым, юғиһә, рекитёрҙар күҙенә салынып ҡалыуым бар. Һәр хәлдә, кредит алырға, бурысымды ҡайтарырға ҡулымдан килә. Был ҡатындың яҙмышына килгәндә, мин уның өсөн борсолмайым. Миллиардтарҙы телгеләп-бүлгән саҡта уның бысағына саҡ ҡына булһа ла йоғоп ҡалғандыр, тип уйлайым. Әгәр йоҡмаһа, үҙе дүрәк. Башҡалар миллиардлап һеңдергәндә, ауыҙын асып, шылағайҙарын ағыҙып ҡына торҙомо икән?
– Ә һеҙҙең популяр булыуығыҙ һеҙгә ҡамасауламаймы?
– Миңә ҡамасаулай. Теге ҡатынға ла ҡамасаулаясаҡ.
– Бына, минең хаҡта “Ағиҙел” менән “Һәнәк” яҙып сыҡҡандан һуң мин урам һепергән кварталда йәшәргә теләүселәр күбәйҙе. Хатта Дим, Затон биҫтәләренән Черниковкаға килеүселәр арта башланы. Улар килә, мине күрә, тротуарҙарҙы бысрата, тәмәке тарта, төпсөгөн ташлай. Был ҡатынға ла шундай уҡ ҡурҡыныс янай. Хатта уның менән тәжрибә уртаҡлашырға теләүселәр табылыуы ла ихтимал. Мине, мәҫәлән, Англиянан, Германиянан, Франциянан эҙләп килеүселәр булды. Шулай ҙа, түҙәм, ҡайҙа барайым инде. Ярай, ҡайтығыҙ, урам сүпләп йөрөмәгеҙ бында.