Тимәк, юғарыла иҫкә алынған 13 триллион һумдан һалымдар түләнмәй, пенсия, страховка фондтары аҡса алмай. Конверт менән хисаплашыусы эшселәр киләсәктә медицина ярҙамынан, пенсияларҙан мәхрүм ҡала.
Ғөмүмән, йәшереп бирелгән эш хаҡы илдең иҡтисадының киләсәгенә янай һәм халыҡтың социаль яҡланғанлығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Барыбыҙға ла мәғлүм, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡтар рәсми эшләгән кешеләрҙең эш хаҡынан түләнгән һалымдар иҫәбенә йәшәй. Шулай булғас, социаль тармаҡта эшләүселәрҙең эш хаҡын арттырыу мөмкинлеге сикләнә, хатта өҙөклөктәр булыуы ихтимал.
Сер түгел, шәхси предприятиелар күбәйҙе, улар һалымдарҙан ҡасыуҙың төрлө юлдарын эҙләй, шул сәбәпле, эш хаҡын конверттарҙа бирә һәм дәүләт алдында бурыстарын үтәмәй. Мәҫәлән, торлаҡ төҙөлөшө үҫә, тармаҡта миллиондарса кеше эшләй, улар эш хаҡын конвертта ала.
Хөкүмәттең эш хаҡын түләүҙәге көйләүсе ролен еренә еткереп башҡармауын да билдәләмәй булмай. Бизнесты һалымдар быуа, хаҡтар арта, предприятиелар сығымдарҙы кәметеү юлдарын эҙләй һәм эш хаҡын конверттарҙа биреүҙән башҡа табыш алыу юлын күрмәй.
Икенсе яҡтан, эшҡыуарҙарҙы тикшереп йонсотмаҫҡа, йүнселлекте үҫтереүгә
мөмкинлектәр тыуҙырырға, тигән саҡырыуҙар даими ишетелә. Ошондай шарттарҙа
конверттарҙан нисек ҡотолорға?