30 ноябрь 2013 йыл. Шәмбе.
Ҡыш һуңлап килә. Кисә баҡсала тәүге ҡат ҡар көрәнем. Әле йылы менән һыуыҡ араһында. Иремәй генә ятһа ярар ине был ҡарҙар.
Көн ныҡ ҡыҫҡарҙы. Ҡараңғы төшкәнсе ҡар көрәнем дә урамға сыҡтым. Ундағы ел ишек алдында бик үк беленмәй икән. Көнъяҡтан иҫкән ел бик үк көслө түгел. Уны тыуған яҡтарымдың бер сәләме, үҙенсә һулышы һымаҡ тойоп, битемде ҡуйып торҙом. Был ел, бәлки, минең Ырымбур далаларынан уҡ иҫәлер.
Тыуған яҡтарымдан елдәр иҫә,
Әле төндә килеп еткәндер.
Көнъяҡтарҙан иҫкән бынау елдәр
Тыуған яҡтарымды үткәндер.
Иртә таңда юлға сыҡҡандыр ҙа
Әле төндә килеп еткәндер.
Елдәр туҡтап ял да итә алмай,
Туҡтанымы – елдәр юҡ була.
Мәлде мәңгелеккә мәңге үрә,
Тик кешенең генә юлы тына.