Эш хаҡы аҙ, түләп еткермәйҙәр, кейем алыштырғаным юҡ, осон-осҡа саҡ ялғайым, тип зарланыусылар Рәсәйҙә һәр ваҡыт булған. Аҙмы-күпме күҙ асылып, мандып киткәйнек, санкциялар, көрсөктәр ябырылды. Шулай ҙа күпселек бирешмәй, ана бит, халыҡтың 54 проценты Владимир Путиндың эшмәкәрлеген хуплай һәм дәүләт менән 2024 йылдан һуң да идара итеүен теләй.
Шулай, халыҡ тормошҡа зарлана һәм сират тороп фатирҙар, шәхси йорттар, текә иномаркалар һатып ала. Әллә насар йәшәйбеҙ тип үҙебеҙ хаталанабыҙмы икән? Бына бер миҫал: ағымдағы йылдың тәүге ярты йылында Рәсәй халҡы 1 триллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаға төрлө кимәлдәге иномаркалар һатып алған. Был триллион былтырғынан күпкә артығыраҡ. Эйе, индексация ла булды, автомобилдәргә лә хаҡтар артты, ә халыҡ һаман автосалондан-автосалонға автомобиль эҙләп йүгерә. Нимә һатып алалар, ниндәй маркаларға өҫтөнлөк бирәләр? Беренсе урында “Киа” компанияһы автомобилдәре – 148 млрд. һум, “Тойота” – 119 млрд. һум, “Хундай” – 107 млрд. һум. Бөтөнләй саманы юғалттылар. “Мерседес” – 87 млрд. һум, “БМВ” – 81 млрд. һум.
Юғарыла һаналған биш компанияға триллиондың яртыһынан күбе тура килә. Тимәк, байҙар байый, ә фәҡир тип иҫәпләнгәндәр, “Киа” һәм “Хундай”ҙан ары китә алмай, тип уйлағандар етди хаталана. Сөнки текә автомобиль хәҙерге статустың тышҡы бер күренеше генә. Ә йыл аша иномаркаһын алыштырмаған кеше үҙенең абруйын төшөрөүгә дәғүә итә. Бына шулай, юғарыла иҫкә алған триллион абруйҙы һаҡлау өсөн әйләнеп тик йөрөй һәм дөйөм халыҡты етеш йәшәй тип уйларға мәжбүр итә.