Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Август 2019, 11:48

Мәҙәниәт көслө идарасыларға мохтаж. Һыналғандар һәм тәжрибәлеләр тәғәйенләнде.

Күпселек белмәй ҙә ҡалғандыр, мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының художество етәксеһе Азат Йыһаншин үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырғайны.

Конкурс нигеҙендә театрҙың сираттағы етәксеһе итеп Рәфис Мөхәмәтйәнов тәғәйенләнде. Шулай уҡ конкурс нигеҙендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың директоры вазифаһында Юлдаш Ураҡсин, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң етәксеһе булып Илгиз Солтанморатов эш башланы.
БР Мәҙәниәт министрлығы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры урынында Иршат Фәйзуллинды, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры итеп Альберт Имаметдиновты, Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының директоры итеп Айрат Тереғоловты ҡалдырыуҙы ғәмәлгә яраҡлы тип тапты. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе итеп Алмас Сәйетов тәғәйенләнде.
Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, хөрмәтле етәкселәр!
Читайте нас: