Бынан күп йылдар элек яҙыусы, журналист Рәлис Ураҙғолов “Йәшлек” гәзитендә “Хужа беҙҙең арала” тигән лаҡаптар бәйгеһе асып ебәргәйне. Уҡыусылар яратып ҡабул итте Рәлистең башланғысын. Был бәйге тора-бара халыҡ ижадына әүерелеп китте.
Дуҫтар, “Ағиҙел” журналының электрон почтаһына
[email protected]. Һеҙҙең ауылығыҙҙа булған мәҙәктәр хаҡында яҙып ебәрһәгеҙ ине. Уларҙы беҙ сайтта, шулай уҡ журналдың сатира һәм юмор битендә бирә барырбыҙ. Күтәренке кәйеф менән йәшәйек. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.
Бер ауыл инәйе автобус менән Баймаҡҡа килеп төшкән. Ҡараһа, Сибайға автобус китергә генә тора, ти. Инәй инеп тә ултырған – автобус ҡуҙғалып та киткән. Хәсән ауылына етеп килгәндә, шофер:
– Кто в Хасаново? – тип һорай икән. Иң аҙаҡ инеп ултырған инәй:
– Эй әттәгенәһе, минең фамиляны был шоферға кем әйтте икән? Билет алмаған өсөн, төшөрөп ҡалдырырға уйлайҙыр, моғайын, – тип аптырап киткән.
Шофер һорауын ҡабатлағас:
– Я Хасанова, балам, билет алам,төшөрөп кенә ҡалдырма инде, – тигән. Шофер Хәсәндә туҡтаған да инәйҙен төшкәнен көтә икән. Инәй:
– Төшмәйем, мин Сибайға барам, төшөрмә инде,билет алам, мә, аҡса, - тигәс, шофер аптырауға ҡала:
– Ну бабушка, даешь, я спросил: «Кто в Хасаново ?» .Ты сказала: «Я в Хасаново». А теперь не выходишь, – тигәс кенә инәй:
– Моя фамилия Хасанова, – тип аңлатҡан. Хәлде аңлағас, шофер Сибайға еткәнсе, көлдө, ти.
Элегерәк беҙҙең ауылға әллә ни алыҫ түгел Тәкәһуҡҡан тигән ауыл булды. Ул урман араһында ултыра торғайны. Ә беҙҙең колхоз көтөүселәре ошо ауыл янында ғына көтөү көтөп ятты. Тәкәһуҡҡандың ете йыллыҡ мәктәбе, бай ғына магазины бар ине. Ә магазинда һатыусы – мәрйә. Көтөүселәр араһынан Х. ағай бөтөнләй уҡымаған, урыҫ бер ауыҙ һуҙ белмәй. Уның эре 10 һумлыҡ аҡсаһы булған, ул уны ваҡлатырға уйлаған. Ә урыҫ әйтә белмәгәс, Фәрит ағайҙан һорағас:
– Эй ҡустым, магазинға бар ҙа һатыусыға: «Раздевайся», – тип әйт. Ул һиңә ваҡлап бирер,– тигән. Х. ағай шәп-шәп атлап, магазинға барған да:
– Эй, женщина, бажалыста, раздевайся, – тип 10 һумлығын тотторған. Һатыусы бер килке ни әйтергә белмәй аптырап тоторған да, аңлап ҡалып:
– Ах, ты, сволочь! Я тебе сейчас разденусь! – тип һепертке менән ағайыбыҙҙы туҡмап сығарған. Беҙҙең ауылда хәҙер ҙә ошо хәлде онотмай , рәхәтләнеп көлөп һөйләйҙәр.