И-и-и, ғүмер!.. Стәрлетамаҡтағы интернатта уҡып йөрөгән йылдар кисә генә кеүек. Ике дуҫым менән ҡайын янында фотоға төшкәйнек ул саҡта. Күптән түгел Раян менән Ғәзиз унда барып, шул ҡайын янында фотоға төшкән. Улар хәҙер ана ниндәй баһадир кәүҙәле ир-уҙамандар. Эх!.. Мин бара алмай ҡалдым. Үкенәм!..