Урман баҡсасыһы
Ғәйрәтенән, буй-һынынан
Бөжләй тиҙәр айыуҙар.
Алдар батыр нәҫеленән
Баһадир ир Айбулат!
Көрәш майҙанына сыҡһа,
Билен бирмәҫ Айбулат.
Уралының йәнһаҡсыһы,
Илен бирмәҫ Айбулат!
Ауылына саң ҡундырмаҫ,
Тап төшөрмәҫ намыҫҡа.
Эскелеккә — яуызлыҡҡа
Башлап сыҡты алышҡа.
Ауылының егеттәрен
Эшле иткән Айбулат!
Көрәш секцияһы асып
Көслө иткән Айбулат!
Ул ултыртҡан ҡарағайҙар
Йәмләр бер саҡ Уралды.
Тубырсыҡтар яуып ҡотлар
Баҡсасыһын урмандың.