Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Август 2019, 10:23

"Ағиҙел" ҡунаҡтары

"Ағиҙел" журналы редакцияһынан ҡунаҡтар өҙөлмәй.

“Ағиҙел” журналы редакцияһынан ҡунаҡтар өҙөлмәй. Бөгөн бер юлы ике драматург килеп төштө. Улар – театр һөйөүселәргә яҡшы таныш, ғөмүмән әҙәбиәт донъяһында исемдәре киң билдәле Наил Ғәйетбай менән Сәрүәр Сурина. Белеүегеҙсә, “Ағиҙел” журналын билдәле драматург Рәлиф Кинйәбаев етәкләй. Үҙем дә, драматургия ҡаҙанында ҡайнаусы булараҡ, форсаттан файҙаланып ҡалырға булдым. Бер юлы дүрт драматург йыш осрашып тормай тип, фотоға төшөүҙәрен һораным.
Салауат ӘБҮЗӘР.
Читайте нас: