Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Июль 2019, 11:46

Һәйкәл

Әхмәр Үтәбай менән ҡала урамынан китеп бара инек, бер һәйкәлде күреп, икебеҙ бер юлы: “Бикбай ултыра!” – тип ҡысҡырып ебәрҙек.

Әхмәр Үтәбай менән ҡала урамынан китеп бара инек, бер һәйкәлде күреп, икебеҙ бер юлы: “Бикбай ултыра!” – тип ҡысҡырып ебәрҙек. Ысынлап та, был һәйкәлдәге ҡарттың йөҙҙө Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты хәтерләтә, уға оҡшап тора. Әлбиттә, һәйкәлдең халыҡ шағиры менән бер нҙиндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Шулай ҙа уның янында Рауил ағайҙы иҫкә алып, байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ.
Аллабирһә, Өфөбөҙҙә Рауил Бикбай хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл дә ҡалҡыр, уға сәскәләр ҙә һалырбыҙ. Амин!
Читайте нас: