Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Июль 2019, 10:59

Уңайһыҙ булһа ла, фәҡирлек хаҡында һөйләшәйек. Ни өсөн осон-осҡа ялғап йәшәүселәр һаны кәмемәй?

Рәсәйҙә уларҙы “фәҡирҙәр”, “ярлылар” тип түгел, әҙәпле генә итеп, “айлыҡ килеме Хөкүмәт тарафынан билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән аҡса алыусы граждандар” тип йөрөтәләр. Бөгөнгә йәшәү минимумы 10753 һум тәшкил итә. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, аҙ тәьмин ителгәндәр 2018 йыл башына – 20,4 миллион (Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 13,9 проценты), ә быйыл 20,9 миллион (14,3 процент) тәшкил итә. Күреп тораһығыҙ, 500 меңгә артҡандар.

Хөкүмәт: “Түләүҙәрҙе арттырабыҙ, фәҡирҙәр һаны кәмергә тейеш”, – ти. Халыҡ: “Беҙгә аҙ түләйҙәр, аслы-туҡлы йәшәйбеҙ, кейем-һалым һирәк алабыҙ”, – тип зарлана.
Хөкүмәт, халыҡтың күҙгә күренмәгән табышы күп, төрлө баҙарҙарҙа сауҙа итәләр, шым ғына иҙән йыуалар, йәй буйы еләк-емеш йыйып һаталар һәм башҡа юлдар менән йәшәү юлын табалар, тип аҡланырға тырыша. Нимә генә булмаһын, Рәсәй фәҡирлектән ҡотолорға тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы, төп дәүләт маҡсаттарының береһе – 2024 йылға тиклем фәҡирлек кимәлен ике тапҡыр кәметеү бурысы тора. Хәҙерге Хөкүмәт Президент күрһәтмәһен үтәй алырмы, фәҡирлекте 6,6 процентҡа тиклем кәметерме?
2019 йыл аҙағына, Хөкүмәт планына ярашлы, аҙ тәьмин ителгәндәр 12 процентҡа тиклем кәмергә тейеш. Ләкин Иҫәп палатаһы һәм иҡтисадсылар был һандарҙы шик аҫтына ҡуя һәм, киреһенсә, килемдәрҙең артабан да кәмеүен фаразлай.
Йыл бөтөргә 5 ай ҡалды. Оҙаҡламай белербеҙ.
Читайте нас: