Билдәле шәхестәрҙең, сәйәсмәндәрҙең исемен ҡушыу электән килгән күренеш. 80-се йылдарҙа таулы-урманлы бер районға командировкаға барырға тура килгәйне. Хужалыҡтар буйлап партия райкомының икенсе секретары менән сыҡтыҡ. Марс Бернартович тигән ағай ине. Көнө буйы ферманан-фермаға йөрөп арытҡан, кис һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙем дә һиҙмәҫтән: “Марс Бернартович, һеҙҙең атайығыҙ 1931 йылғымы?” – тип һорайһы иттем. “Эйе, ә һеҙ минең атайҙы ҡайҙан беләһегеҙ?” – тип ғәжәпләнде. Дүртөйлө районынан икән. Мин уны ҡайҙан беләйем инде. Районға килгәнсе Бернард Шоуҙың китабын уҡып ултырғайным, 1931 йылда Мәскәүгә килгәнлеге хәтерҙә ҡалған.
Марс Бернартовичҡа шул хаҡта һөйләнем һәм: “Олатайығыҙ кантор тирәһендә йөрөгәндер, гәзит уҡығандыр, Нобель премияһы лауреатының исемен оҡшатҡандыр, яңы тыуған улына яҙыусының исемен ҡушҡандыр”, – тип аңлатып бирҙем. Был хаҡта ишеткәс, райком секретары бик ҡыуанды, ә быға тиклем уйламаған да икән.
Башҡортостанда быйыл Каринэ, Радийҙар күп тыуасаҡ, киләһе йылдарҙа ла ишәйһен улар. Әгәр ун-ун биш йылдан һуң, Рәсәй һәм Башҡортостан сәскә атҡанда, Каринэ һәм Радий исемле ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы осратһағыҙ: “Һин 2019 йылда тыуҙыңмы?” – тип һорағыҙ. Хаталанмаясаҡһығыҙ.