Бер триллион һум дүрт йөҙгә ҡалған банктар өсөн әллә ни күп тә түгел һымаҡ. Ҡара иҫәп менән иҫәпләһәк, 2 миллиард ярым самаһы сығыр. Ә бына шул триллиондың 477 миллиард һумы бер банк – “Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы” иҫәбендә икәнлеген һеҙ беләһегеҙме? Эйе, дөйөм табыштың 47 проценты самаһы “Һаҡлыҡ банкы” сейфтарында урын тапты. Банк, былтырғы осор менән сағыштырғанда, табыш алыуын 11,6 процентҡа арттырған. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙа тотоноуын дәүләт ҡарамағында булған банк әлегә өндәшмәй.
Был триллионға халыҡ иҫәп тота алмай, сөнки халыҡты дәүләт ҡарарға тейеш. Халыҡ эш хаҡы һәм пенсия ала, шул аҡсаһы иҫәбенә банк алдында бурыстарын түләй. Ә беҙгә иһә, бурыслылар үлмәй, тип өмөтләнергә генә ҡала.