Интернет барыһын да белә, ишетә, күрә һәм шунда уҡ таратып ебәрә. Ҡыҫҡаһы, унан ҡотолоу юлы юҡ. Кем белә, бәлки, унан һаҡланыу, йәки ҡотолорға тырышыу кәрәкмәйҙер ҙә. Уның менән хеҙмәттәшлек итергә өйрәнеү фарыздыр.
Ваҡытлы матбуғат менән интернет араһында ҡулланыусылар өсөн алыш әлегә бер тигеҙ бара. Гәзиткә яҙылғанды, мәҫәлән, уҡырға, һаҡларға, ҡат-ҡат мөрәжәғәт итергә мөмкин. Интернет яңылыҡтары араһында мәғлүмәттәрҙең 80-90 проценты, психологтар билдәләүенсә, кире хәбәрҙәр: үлтереш, көсләү, талау һәм шәхескә ҡағылған енәйәттәр. Әгәр ыңғай хәбәр булһа, ҡулланыусы уға иғтибар итмәй. Сөнки, уны позитив ҡыҙыҡһындырмай. Тикшеренеүселәр тағы шуға иғтибар итә: ҡулланыусыларҙың яртыһы самаһы кисә интернеттан ниндәй мәғлүмәт алыуын бөгөн иҫенә төшөрә алмаған. Ә бер аҙнанан был күрһәткес 75 процентҡа еткән. Ваҡытлы матбуғат сараларынан алған хәбәрҙәр ҡулланыусы хәтерендә ярты йылдан алып, бер йылға тиклем һаҡланған.