Беҙҙең бала саҡ ошо ҡаяла үтте. Уҡлыҡая тиҙәр уны. Боронғолоҡтан ҡалған уҡ башаҡтары әле лә табыла. Ауыл малайҙары йәйә-уҡ эшләп алабыҙ ҙа, ике төркәмгә бүленеп, йәйен дә, ҡышын да ҡаяла уҡ атышабыҙ. Әле уйлайым да, тән семерҙәп китә. Хәтәр уйын булған!.. Бәхеткә, бер кем дә ҡаянан ҡолап төшмәне, йәрәхәтләнмәне.