Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июль 2019, 14:21

Баба һөйләй торғайны...

Бабай бик күп хикмәт һөйләне: “Башҡортостан – ерҙең кендеге. Шуға күрә күп афәттәрҙән имен ҡалырбыҙ”, – ти. Шунан ул тәгәрмәс кеүек ниндәйҙер ҡалалар булғаны тураһында ла һөйләй торғайны.

Ғаяз ағайҙы хеҙмәткә алғас, Фәрзәнә еңгә мине үҙ янына ҡунырға алып ҡайта торғайны. Кис еттеме, Аҡмулла бабай әбейе менән килеп, беҙгә китап уҡый, төрлө хикәйәттәр һөйләй. Фәрзәнә еңгә шаршау артында, мин әбей менән бабай яғына сығып тыңлайым. Аҡмулла бабайҙың ысын исеме Мөхәммәтхан икән – оҙаҡ белмәй йөрөнөм. Бер саҡ инәйем: “Мөхәммәтхан бабайың өйҙәме?” – тип һорай. Мин: “Юҡ, Аҡмулла бабай ғына өйҙә”, – тим. “Шул Аҡмулла бабайыңдың мулла ҡушҡан исеме – Мөхәммәтхан. Бик уҡымышлы, ғәҙел булғаны өсөн халыҡ Аҡмулла тип йөрөтә”, – тине инәйем.
Аҡмулла бабай һөйләй торғайны: “Бер ырыуҙың килене аҡ йөҙлө, һары сәсле улан, ике йылдан тағы шундай уҡ ҡыҙ тапҡан. Былар башҡа балалар менән һис тә ҡатнашмай, гел икеһе генә уйнай, ти. Үҫеп еткәс, бер-береһенә ғашиҡ булғандар. Ата-әсәләренә өйләнешергә теләктәре барлығын әйткәндәр. Ата-әсәләре ырыу ҡарттары менән кәңәшләшкән, улар өйләнергә рөхсәт бирмәгән. Был икәү ҡасып китеп, кеше йәшәмәгән ергә барып төпләнгән. Быларҙан гел дә зәғиф, ауырыу балалар тыуа икән... Бына ни өсөн башҡорт ете быуын ата-бабаһын белергә тейеш”.
Бабай бик күп хикмәт һөйләне: “Башҡортостан – ерҙең кендеге. Шуға күрә күп афәттәрҙән имен ҡалырбыҙ”, – ти. Шунан ул тәгәрмәс кеүек ниндәйҙер ҡалалар булғаны тураһында ла һөйләй торғайны.
Читайте нас: