“Ағиҙел” журналы редакцияһына ихлас күңелле, йәшлек дәрте бөркөлөп торған бер ағай килеп инде. Таныштыҡ – Учалы районының Кәрим ауылында тыуған Мөхәррәм Нәжип улы Вәлиев икән. Һөйләшә торғас, 72 йәшлек ағайҙың 11 йәшлек Лиана исемле ҡыҙы барлығын белеп, һоҡланып ҡуйҙым. Бына бит өс бала тәрбиәләп үҫтергән ағай пенсионермын тип тик ятмаған!