Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июль 2019, 11:07

Алтын тамыр

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның “Алтын тамыр” тигән хикәйәһен “Ағиҙел” журналының июль һанында уҡығыҙ.

АЛТЫН ТАМЫР
Хикәйә
Бер заман... Елдәр тау ярыҡтарына инеп йәшенгәндәй шымып ҡалды. Ҡоштар сутылдашыуынан тынды. Сиңерткәләр шымтайҙы. Тау башы тыптын. Шыртлата. Ҡурҡышҡандарын бербереһенә белдермәҫкә тырышты ҡатындар. Тынлыҡ та ауыр икән дә баһа. Тау түбәнендә донъя геүләп тора бит. Кешеләр тауыштарға ныҡ өйрәнгән, күрәһең, бик үк иҫтәре лә китмәй йәшәп яталар. Күктең иң төбөнән тәүҙәрәк уҡҡа оҡшаған нур ергә табан хәрәкәт итә башламаһынмы! Һәммәһе лә ҡатты ла ҡалды. Машина фараһының яҡтылығына ла оҡшаған. Һуғыш хаҡындағы киноларҙа күрһәтелгән прожектор һымаҡ та. Яҡты нур теге таш ҡаҙан эсенә ағылырға тотондо. Зәңгәрһыу көмөш төҫтәге шарлауыҡ кеүегерәк ағым әлеге ҡаҙанға төшөп кәксеберәк тә киткән кеүек, осҡондары ҡаҙан ситенә лә сәсрәгәндәй.
Читайте нас: