“Ағиҙел” журналы редакцияһына шағирә Лариса Абдуллина килеп китте. Бер “ҡаҙанда” ҡайнаһаҡ та күрешмәүебеҙгә байтаҡ булып киткән икән. Лариса тик тора торған кешеме ни, үҙе күстәнәскә тип килтергән мәтрүшкә сәйе әҙер булғансы, өтәләнеп сығып та китте. Һөйләшеп туймай ҙа ҡалдыҡ. Икенсе бер тәмле күстәнәсе лә бар: сентябрь һанында Ларисаның шиғырҙар шәлкеме донъя күрәсәк. Уныһын бергәләп ауыҙ итербеҙ, дуҫтар.